top of page
1535435900.png
1535435900.png

                                                                                                        «Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,

                                                                                                         Ҡараның күҙҙәремә...

                                                                                                        Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

                                                                                                        Бәләкәс йөрәгемә...»

 

Мостай Кәрим

 

      1989 йыл. Миңә 7 йәш. Сентябрҙең иң беренсе көнө. Яңы Ҡалмаш  мәктәбендә белем байрамы. Сәскә гөлләмәһе тотоп мин дә ошо белем йортона йүнәлдем. Төп-төҙ сафтарға теҙелеп, шат йылмайып уҡыусылар баҫып тора. Уҡытыусы апай балаларҙың һәр береһен йылмайып ҡаршы ала...

    Ғилем юлы шаҡтай ҡатмарлы булды. Уҡытыусыларҙың үткәргән дәрестәре, уларға  ҡарата йылдар буйы йыйылып, үрелеп килгән һөйөү, хөрмәт мине уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ иткәндер ҙә. Шуға күрә лә мәктәпте тамамлағас, юлдар мине Кушнаренко педагогия училищеһына алып килде. Яңы белем үрҙәрен яулауҙар  башланды...  Дүрт йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

        Сәсенә аҡ бант таҡҡан, ап-аҡ алъяпҡыс кейгән ҡыҙсыҡ бөгөн инде, етерлек белем алған,  дипломлы  белгес  буларак Иҫке Ҡалмаш мәктәбе тупһаһында баҫып тора. Мин -уҡытыусы! Тулҡынландырғыс миҙгелдәр...

  Ә бит әле яңы ғына күрше балаларын, ҡунаҡ ҡыҙҙарын, уйынсыҡтарҙы теҙеп ултыртып, әсәйемдең  ҡыҙыл  туфлийын кейеп, мин уларға дәрес бирә инем. Ул ваҡытта, беҙ ғаиләбеҙ менән Яңы Йомран ауылы мәктәбендә йәшәй инек. Уның бәләкәй бүлмәһендә таҡта ла, парталар ҙа , аҡбур ҙа, карта ла бар ине...

  Мәктәп йылдарында, эш дәүерендә тел өлкәһендә күберәк эшләүем, уны яратыуым, уға күберәк ваҡыт бүлеүем Башҡорт дәүләт  университетының студенты булыу бәхетенә алып килде. Бындағы бик талапсан һәм талантлы педагогтарҙың һәр дәресе беҙгә теоретик һәм методик белемдән тыш, иҫ киткес педагогик тәрбиә лә булды. Филология факультетын уңышлы тамамлап, тел белгесе булып эш юлын дауам иттем.

  Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

  Ә был инде - иң ҡыйын эш, сөнки маҡсатҡа ирешер өсөн эҙләнергә, яңы үрҙәргә ынтылырға, уҡырға, дәрес менән генә сикләнмәҫкә, төндәрен йоҡламаҫҡа ла кәрәк. Бының өсөн һәр бер уҡыусының күңелен, яйын таба белеү зарур. Туҡтап, юғалып ҡалмаҫҡа, алға ынтылырға, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә – уҡытыусы һөнәре ошолай, ҡәҙерле әсәйемдең был һүҙҙәренә йылдар үткән һайын инанам. Ә бала күңеле һәр бер аҙымды, алға китеште һиҙә. Уҡытыусы менән уҡыусы күңеле мәңгегә һиҙелмәҫлек еп менән бәйләнгән. Был юлда инде тырышлыҡ та, талапсанлыҡ та, белемгә ынтылыш та, мөхәббәт тә – бөтә изге тойғолар ҙа бар.

   Хәҙерге башҡорт теле уҡытыусыһының төп  бурысы – уҡыу сифатын күтәреү, уҡыусыларҙа башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

   Балалар йөрәгенә асҡыс табып, уларҙың күңел донъяһына үтеп инеү өсөн, миңә тәрбиәсе лә, актриса ла, журналист та, врач та, адвокат та булырға тура килә. Шуға күрә мин бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, өйрәнеү өҫтөндәмен.

         Уҡытыусының заман менән бергә атларға тейешлеге тураһында йыш ишетәбеҙ. Тик аҙымдар төрлөсә: башҡорт мәктәптәрендә иркенләп эшләргә мөмкин, ә урыҫ мәктәбендә һәр һүҙеңде уйлап эш итәһең. Һине тәү күргәндә: «Миңә башҡорт теле дәресе кәрәкмәй», -тигән уҡыусылар һуңынан ҡыуанып килһен өсөн, ни тиклем көс, белем, ваҡыт талап ителгәнен, үҙе урыҫ мәктәбендә эшләгән уҡытыусы ғына күҙ алдына килтерә.

     Бөгөн уҡыу-уҡытыу процессына яңы технологияларҙы индереү – уҡытыусы алдында торған төп талап, көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә. Балалар яңы технологиялар менән бик иртә таныша. Шуға ла заман уҡытыусыһы булыу, уҡыусыларҙы үҙ фәнем менән ҡыҙыһындырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, төрлө ысулдар уйлап табам – шул уҡ яңы технологияларҙы үҙләштерергә һәм уларҙы уҡытыу процессында ҡулланырға тырышам. Уҡытыу материалының йөкмәткеһен һәр уҡыусының һәләтенә тура килерлек итеп һайлайым,төрләндереп үткәрергә ынтылам.

   Бына дүрт йыл инде Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам. Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым.

   Минең  тормош   девизым  -  кешеләргә   изгелек  ҡылыу,   донъяның матурлығын күрә белергә, йәшәү ҡәҙерен аңларға өндәү.         

    Тауышым, хәрәкәттәрем, ҡараштарым, ғөмүмән, бөтә булмышым менән  балала  ыңғай эске торош булдырырға ынтылам: «мин һине аңлайым», «һин - бик аҡыллы, матур  кеше», «борсолма, хаталарҙы төҙәтеп була», «мин һиңә ярҙам итәм», «мин һиңә  ышанам», «һин булдыра алаһың». Һәр бала эшенән яҡшы һөҙөмтә көтә, үҙенең ҙур булмаған уңышын юғары баһаларға теләй. Уҡытыусы булараҡ минең бурысым  балала ошо теләкте һүндермәҫкә ярҙам итеү,  уны уңышҡа әйҙәү. Һәр бала үҙенең холҡона, донъяны танып-белеү һәләтенә, үҙе тәрбиәләнгән социаль мөхиткә ярашлы, мәғлүмәтте ҡабул итә, өйрәнә, сағыштыра, баһалай, һығымта яһай. Минең өсөн уҡыусымдың  уйлана, фекерләй,  үҙ фекере менән уртаҡлаша, кәрәк саҡта уны  ҡыйыу яҡлай белеүе мөһим.

 

Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, сөнки яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәрт, көс өҫтәй. Мәктәпкә килеп, һине йылмайып көтөп алған йөҙҙәрҙе күреү –  үҙе үк бик ҙур бәхет минең өсөн. Үз һөнәреңде яратып, хезмәтеңә күрә хөрмәтен  тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бармы икән?!

bottom of page